“Ғаилә” милли проекты буйынса Өфөнөң ҡала клиник перинаталь үҙәгенә яңы ҡорамалдар тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Учреждение ике яңы УЗИ аппараты алды. Иҫкеләренән улар юғары визуализация аныҡлығы, һиҙгер датчиктар һәм киңәйтелгән диагностик мөмкинлектәр менән айырыла. Мәҫәлән, ҡорамалдарҙы йөклөлөктөң иртә осоронда йәки яңы тыуған сабыйҙарҙы тикшереү ваҡытында ҡулланырға мөмкин.
– Беҙҙең коллектив өсөн һәр ҡатындың үҙен ышаныслы тойоуы бик мөһим. Пациенттарыбыҙҙың үҙҙәренең һәм буласаҡ баланың һаулығы заманса ҡорамалдар менән квалификациялы белгестәр ҡулында булыуын белеүен теләйбеҙ, – тип билдәләне Өфө ҡала клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы Зөһрә Гурова.
“Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла.
Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14 – 22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.