Эшҡыуар Светлана Ғөбәйҙуллина “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) электрон сауҙа майҙанында үҙенең продукцияһын тәҡдим итте. Был турала республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы хәбәр итә.
- Эш башлап тороусы эшҡыуар өсөн тәүге экспорт һәр ваҡыт ҙур барьер булып тора. Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамы менән “Маг магний” тигән бренд продукцияһы тәүге тапҡыр Ҡаҙағстанда Оzon электрон сауҙа майҙансығында күрһәтелде. Идеаль старт бирелде – маркетплейс яңы баҙарға юл асты. Һөҙөмтә ҡыуаныслы – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һатыу географияһы дүрт илде биләне: Ҡаҙағстан, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Грузия. Дәүләт ярҙамы һәм системаһы эш һөҙөмтәһендә уңыш ысынбарлыҡҡа әүерелде, - тине республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙебеҙҙең илдең компанияларына ярҙам итеүгә маҡсатланған. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.