Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
19 Июнь , 04:15

Яңауыл – Үрге Тәтешле юлында ремонт эштәре башланды

Бөтә эштәр ҙә йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.

Яңауыл районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Яңауыл – Үрге Тәтешле юлдарын ремонтлау башланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Асауҙыбаш ауылынан Сытырман ауылы яғына табан участкала эштәр алып барыла. Юлсылар иҫке япманы ҡырып ала, нигеҙҙе ресайклинг ысулы буйынса нығыта һәм асфальт-бетон япманы яңырта. Бынан һуң подряд ойошмаһы юл ситтәрен нығытасаҡ һәм билдәләр ҡуясаҡ.

— Яңауыл – Үрге Тәтешле юлы терәк селтәренә инә. Ул Яңауыл һәм Тәтешле райондарын тоташтыра. Уның аша бәләкәй ауылдарҙа йәшәгән район үҙәктәренә барып етә ала. Шулай уҡ был йүнәлеш республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарын Өфө менән бәйләгән төбәк әһәмиәтендәге Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһына алып бара, – тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Яңауыл – Үрге Тәтешле юлының 10,6 километрын ремонтлау күҙаллана. Бөтә эштәр ҙә йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.

 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас