23 июндә Башҡортостан буйынса Рәсәй Социаль фонды бүлексәләренең клиент хеҙмәттәрендә Берҙәм пособие көнө үткәрелә. Балалы ғаиләләрҙе яҡлау “Ғаилә” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе булып ҡала.
Көн дауамында берҙәм пособиены тәғәйенләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин, шулай уҡ 2026 йылдың 1 июненән ғәмәлгә ингән яңы ғаилә түләүҙәре тураһында аңлатма бирәсәктәр.
Бөгөн берҙәм пособиены республикала 264 мең баланың ата-әсәһе ала. Был ярҙам сараһы шулай уҡ медицина ойошмаһына йөклөлөк буйынса иртә срокта иҫәпкә баҫҡан ҡатындарға күрһәтелә. Берҙәм пособие ғаиләнең килемен һәм мөлкәтен иҫәпкә алып тәғәйенләнә. Түләүҙәр дәүмәле балаға билдәләнгән йәшәү минимумының 50, 75 һәм 100 процентын тәшкил итеүе ихтимал.
Социаль фонд белгестәре һорауҙарға яуап биреүҙән тыш, документтарҙы тикшерергә, ғаризалар яҙырға ярҙам итәсәк, пособие түләнмәү сәбәбен аңлатасаҡ. Берҙәм пособие көнөн үткәреү тәжрибәһе халыҡ араһында һорау менән файҙалана. Консультацияны Социаль фонд бүлексәһенең теләгән бер клиент хеҙмәтендә алырға мөмкин.
Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Демография проблемалары үтә киҫкен торған төбәктәргә финанс ярҙамы күрһәтеләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.