Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
23 Июнь , 04:03

Бүздәк – Дәүләкән юлын ремонтлау башланды

Был юл ике районды — Бүздәк һәм Дәүләкән райондарын тоташтыра, уларҙа 60 меңдән ашыу кеше йәшәй.

Бүздәк районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу барышында Бүздәк — Дәүләкән юлын ремонтлау башланды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.

Бүздәк янындағы дүрт километр оҙонлоҡтағы участканы норматив хәлгә килтерәләр. Подрядсы әле иҫке япманы һүтеп алған һәм тигеҙләүсе ҡатлам ҡоролмаһы буйынса эштәр башлаған. Бынан һуң юлсылар яңы асфальт-бетон япма һаласаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ һәм тамғалар һыҙасаҡ.

– Бүздәк – Дәүләкән юлы ике районды — Бүздәк һәм Дәүләкән райондарын тоташтыра, уларҙа 60 меңдән ашыу кеше йәшәй. Уның буйынса ҙур булмаған ауылдарҙа йәшәүселәр административ үҙәктәргә — Бүздәк ауылына һәм Дәүләкән ҡалаһына барып етә ала. Шулай уҡ был туристик йүнәлеш милли паркҡа һәм Асылыкүлгә алып бара. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү мөһим, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.

Эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылғы указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас