Башҡортостанда һөт малсылығын үҫтереүгә системалы дәүләт ярҙамы саралары, шул иҫәптән “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) булышлыҡ итә.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда, 2018 – 2025 йылдарҙа төбәктә һөт етештереүселәр өсөн 5,8 миллиард һум субсидия йүнәлтелгән, шул иҫәптән 4,7 миллиарды – федераль ҡаҙнанан.
– Системалы дәүләт ярҙамы саралары ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә производствоны яңыртыу, һөттөң сифатын күтәреү, эшкәртеү предприятиеларының тотороҡлолоғон тәьмин итеү мөмкинлеген бирә, – ти республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Дөйөм ярҙам күләменең 1,3 миллиард һумдан ашыуы төҙөлөшкә һәм һөт-тауар фермаларын заманса яңыртыуға йүнәлтелгән. Һөт етештереүгә, таратыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауға 3,7 миллиард һум самаһы субсидия бүленгән. Тоҡомло һөт малсылығын үҫтереүгә иһә – 2,5 миллиард һум.
Һөттө эшкәртеүгә ярҙамға айырым ҙур иғтибар бүленә. Бындай эш менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың техника алыу, маркировкалау линияларын йыһазландырыу һ.б. өсөн киткән сығымдарын кире ҡайтарыуға 265 миллион һумдан ашыу субсидия бирелгән.
Билдәле булыуынса, яңы милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы, 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла.