“Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт компанияһы” предприятиеһы ташламалы микрозайм алып, етештереү ҡеүәтен арттырған, яңы эш урындары булдырған. Уға дәүләт ярҙамы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") ярашлы бүленде, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
“Беҙ эшҡыуарҙарға яҡшы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Милли проектҡа ярашлы, Башҡортостан микрокредит компанияһы бизнесын үҫтереү өсөн финанс сығанаҡҡа мохтажлыҡ кисергән компанияларға тейешле ярҙам күрһәтә”, – ти министр Светлана Верещагина.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаты – иҡтисадты, финанс баҙарҙы, конкурентлыҡты үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестиция әүҙемлеген үҫтереү, тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҡтисадтың сәнәғәт секторына, юғары технологияларға, йәштәр бизнесына айырым ҙур иғтибар бүленә.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йыл башынан алып тормошҡа ашырыла.