“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты сиктәрендә Башҡортостандан Ҡаҙағстанға 840 тонна күләмендәге сираттағы аҙыҡ-түлек етене партияһы оҙатылды. Майлы культура Хәйбулла районындағы ауыл хужалығы предприятиеһынан оҙатылған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең үҫемлектәр карантины, иген сифаты һәм орлоҡҡа контроль бүлеге белгестәре карантин аҫтындағы продукцияны тикшереү, рәсмиләштереү һәм лаборатория тикшереүен үткәрҙе.
Һөҙөмтәлә хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған, бөтә продукция импортер ил талаптарына тап килә, тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһында. Идаралыҡ 31 фитосанитар сертификат тапшырҙы. Продукция тимер юл транспорты менән экспортҡа оҙатылған.
Ағымдағы йылда 707 мең гектарҙа майлы культуралар сәселгән, уларҙың 82 мең гектарын майлы культуралар тәшкил иткән. Майҙандары буйынса Әбйәлил һәм Хәйбулла райондары алдынғылыҡты бирмәй.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.