29 июндән 1 июлгә тиклем Өфөлә Ленинград өлкәһе дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре өсөн стажировка үткәрелә. Унда лицейҙар, мәктәптәр ҡарамағында агротехнология кластары булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡтар.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектының (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Стажировкала пленар ултырыш, проект сессияһы уҙғарыу, мәғариф объекттарын, предприятиеларҙы ҡарау планлаштырылған. Мәҫәлән, ғәмәли өлөштә агротехнология кластары йүнәлеше буйынса эште ойоштороу тәжрибәһе менән Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылындағы лицейы, Бүздәктәге 1-се мәктәп, Кушнаренко районындағы Әхмәт ауылы мәктәбе, Нуримандағы Байгилде ауылы лицейы, Өфө районының Миловка, Нижегородка ауылдары мәктәптәре етәкселәре тәжрибә уртаҡлашты.
Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостан дәүләт аграр университеты буйлап экскурсия үткәреү ҡаралған. Билдәле булыуынса, унда, “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектына ярашлы, 2-се уҡыу корпусына ҙур реконструкция уҙғарылды, әле 3-сөһөндә ремонт бара.
Быйыл башҡортостанда тағы ла ете агрокласс булдырыласаҡ. Улар өсөн 36 миллион һумдан ашыу финанс ярҙам йүнәлтелгән. Яңы агрокластар быйыл сентябрҙә асыласаҡ.