Стәрлетамаҡ ҡалаһында теннис менән шөғөлләнеү өсөн яңы спорт объекты барлыҡҡа киләсәк. Бындай киңлектәр ҡалала «Рәсәй спорты» (госпрограмма «Спорт России»)
дәүләт программаһы ярҙамында асыла, тип хәбәр иттеләр Стәрлетамаҡ хакимиәтендә.
Яңы комплекста махсус япмалы ике профессиональ корт һәм биш теннис өҫтәле урынлашасаҡ. Бында теләгән һәр кем шөғөлләнә ала, шулай уҡ балалар теннисы төркөмдәре эшләйәсәк. Асыу сентябргә планлаштырылған. Хәҙер бина ремонтлана, объектты урындағы эшҡыуарҙар әҙерләй.
- Беҙҙең халыҡ профессиональ һәм һәүәҫкәр теннис менән нығыраҡ мауыға. Әйтергә кәрәк, яңыртылған парктарҙа һәм яр буйында өҫтәл теннисы өсөн булдырылған майҙансыҡтар бер ҡасан да буш тормай. Билдәле булыуынса, ихтыяж тәҡдим тыуҙыра: беҙҙең эшҡыуарҙар яңы спорт киңлектәрен аса, - тип уртаҡлашты Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.
«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, саралар үткәрелә, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Программа Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.