Был – ғаризаларҙың беренсе өлөшө, ул 30 июндә тамамланды. 1 апрелдән алып буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре 30 928 ғариза яҙған. Был йүнәлеш буйынса эш һанлы дәүләт хеҙмәттәре сервисын үҫтереүгә арналған “Мәғлүмәт иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Экономика данных”) бурыстарын атҡарыуға ярҙам итә. Был хаҡта БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы хәбәр итә.
– 1-се класҡа ҡабул итеү кампанияһы йыл һайын ғариза биреүҙең электрон форматына ҙур ихтыяж барлығын күрһәтә. Ата-әсәләр өсөн өҫтәмә уңайлылыҡ – ғаризаны ҡаралама рәүешендә алдан уҡ яҙып ҡуйыу һәм ҡабул итеү асылғандан һуң шунда уҡ уны ебәреү мөмкинлеге. Быйыл был функцияны алты меңдән ашыу ғариза биреүсе файҙаланған, – тип билдәләй Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.
1-се класҡа ҡабул итеүгә ғаризаны Федераль дәүләт хеҙмәттәре порталында махсус сервиста яҙырға мөмкин. Онлайн хеҙмәт аша белем биреү ойошмаһын, шунда уҡ профиль класын һайларға; мәғлүмәт һәм ярҙамсы мәктәп сервистарына инергә; йыш бирелгән һорауҙарға яуап табырға була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.