Күмертау ҡалаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Әүҙем ял паркында төҙөкләндереүҙең икенсе этабы дауам итә. Памп-трек һәм скейт-майҙансыҡтар төҙөлгәндән һуң бында балалар өсөн спорт-уйын майҙансығы менән заманса ял зонаһы булдырыла, эскәмйәләр һәм перголалар ҡуйыла, йәйәүлеләр өсөн юлдар булдырыла.
“Лукоморье” паркында яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡоролошо тамамлана, юлдарға асфальт түшәү, парковканы төҙөкләндереү, бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу дауам итә.
Йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү төрлө йәштәгеләрҙең ял итеүе өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Эштәр этаплап башҡарыла, ә яңыртыу өсөн территориялар һайлау төҙөкләндереү объекттары өсөн бөтә Рәсәй тауыш биреүендә ҡатнашҡан халыҡтың фекерен иҫәпкә алып башҡарыла.
Эштәр тамамланғандан һуң ике парк та әүҙем һәм ғаилә менән ял итеү өсөн заманса йәмәғәт майҙансыҡтары, шулай уҡ ҡала сараларын үткәреү өсөн майҙансыҡтар буласаҡ.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.