Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
6 Июль , 09:34

Милли проект эшҡыуарға ярҙам иткән

Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы Балтас районынан эшҡыуар Илдар Йыһангировҡа экскаватор-ташыусыны һатып алыуҙа булышлыҡ иткән. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.

Техниканың дөйм хаҡы 5,5 миллион һум тәшкил иткән. Ошо сумманың 4,4 миллион һумы, лизинг килешеүенә ярашлы, 42 айға бирелгән. Ҡорамалды һатып алыу эшҡыуарға күрһәтелгән хеҙмәттәр төрөн киңәйтергә булышлыҡ итәсәк.

 – Ташламалы лизинг – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы механизмдарының береһе. Төбәк лизинг компанияһы йүнселдәргә ҡулайлы шарттар тәҡдим итә: 10 проценттан алып аванс, финанслау ваҡыты 84 айға тиклем, шулай уҡ ташламалы ставкалар тәҡдим ителә, – тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас