Башҡортостанда “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект "Экологическое благополучие") “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә 3 735 гектар майҙанда яһалма урман тергеҙеү буйынса эштәр башҡарылды, был календарь план буйынса план күрһәткестәренең 106 процентын тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.
Норматив талаптарға ярашлы урман фондының 946 гектарына ябыҡ тамыр системаһы булған үҫентеләр ултыртылған. Баймаҡ (510 гектар), Балаҡатай (353 гектар) һәм Йылайыр (321 гектар) урмансылыҡтарында эштәр байтаҡ. Урман участкаларын ҡуртымға алыусылар 2 700 гектар майҙанда урман тергеҙеүҙе тәьмин итте.
– Тергеҙелгән урмандар майҙанының ҡырҡылған һәм һәләк булған үҫемлектәр майҙанына нисбәте буйынса милли проекттың йомғаҡлау маҡсатлы күрһәткесе йыл йомғаҡтары буйынса тулы күләмдә тәьмин ителәсәк. Әлеге ваҡытта төп көс урман культураларын агротехник тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, – тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.