Ауыл уттары
+17 °С
Дождь
Милли проект
8 Июля , 09:36

Ауыл хужалығына кадрҙар хәстәрләнә

Уларҙы уҡытыуҙың сығымдары дәүләт тарафынан ҡаплана.     

“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности” ) “Ауыл сәнәғәте комплексына кадрҙар” төбәк проектына ярашлы, Башҡортостандың ауыл сәнәғәте комплексы предприятиеларына 25 миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы ҡаралған.   

Был аҡса предприятие эшселәрен уҡытыу сығымдарын ҡайтарыуға тәғәйенләнгән, шулай уҡ маҡсатлы килешеү буйынса социаль ярҙам сараларына файҙаланыла.

Проект шарттары буйынса ауыл хужалығы етештереүселәренә һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү предприятиеларына компенсациялау сығымдарҙың 90 процентҡа тиклемен ҡаплауҙы күҙаллай. Быйыл 180 кешене уҡытыу өсөн сығымдарҙы ҡаплау планлаштырыла.

Төбәктең төп ауыл хужалығы юғары уҡыу йортонда абитуриаенттары өсөн ҡабул итеү кампанияһы июнь айында старт алды. Быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетына  маҡсатлы ҡабул итеү өсөн 1485-тән 296 бюджет урыны ҡаралған.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас