Башҡортостан эшҡыуарҙарының йылына 7 процент ставкаһы буйынса 2 йылға тиклем 100 миллион һумға тиклем экспорт кредиты алыу мөмкинлеге бар. Рәсәй экспорт үҙәгенең “Кредитлау. Экспортҡа аҡса” хеҙмәттәре “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығында.
Был программа бизнесҡа экспорт контрактын үтәүҙе финанслауҙа төп бурыстарҙың береһен тиҙ арала хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған.
— Компанияның сит ил партнеры менән контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң йыш ҡына валюта кереме килгәнгә тиклем ағымдағы сығымдарҙы ҡаплауға үҙҙәренең әйләнештәге аҡсаһы булмай. Был инструмент маҡсатлы средстволарҙы ҡулай шарттарҙа алырға мөмкинлек бирә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Бизнес өсөн төп өҫтөнлөк - милекте залогҡа һалыуға талаптарҙың булмауы. Аҡсаны сеймал һәм комплектлау материалдары һатып алыуға, логистика һәм энергия сығанаҡтары өсөн түләүгә, шулай уҡ эш хаҡына һәм һалымға (дөйөм сумманан 20 процентҡа тиклем) йүнәлтергә мөмкин.
Тәҡдим менән 10 миллиард һумға тиклем йыллыҡ табышы булған компаниялар файҙалана ала, контрактта Рәсәй өлөшө 50%-тан артыуы шарт. Ғариза буйынса ҡарар 12 эш көнөндә ҡабул ителә, уны банкка бармайынса “Минең экспортым” (“ВЭД дәүләт хеҙмәттәре”) платформаһы аша онлайн бирергә мөмкин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.