Ауыл уттары
+20 °С
Облачно
Милли проект
8 Июля , 09:43

Беҙҙең проект – еңеүсе!

Конкурсҡа быйыл 27 мең ғариза бирелгән.     

Башҡортостандан “Trekkingmania.ru” “Һин уйында” Бөтә Рәсәй спорт проекттары конкурсының “Спортта трансформациялау” номинацияһында еңеүсе тип танылды.  

"Trekkingmania" – үҙ аллы сәйәхәттәр өсөн портал. Унда тема буйынса статьялар, маршруттарҙы тулыраҡ һүрәтләү, масштаблы интерактив уйын бар.

Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй “Һин уйында” спорт проекттары конкурсына тапшырылған 127 проекттың һигеҙ башланғысы финалға сыҡҡайны. Уларҙың береһе Trekkingmania (“Спортта трансформациялау” номинацияһы) – Рәсәйҙең 23 төбәгенән  иң яҡшы 34 проект иҫәбенә ингәйнее. Был хаҡта “Милли өҫтөнлөктәр” коммерцияға ҡарамаған йәмғиәтенән хәбәр иткәйнеләр.

 “Һин уйында” конкурсы йыл һайын Рәсәйҙең Спорт министрлығы булышлығында “Рәсәй спорты” (государственная программа “Спорт России”) дәүләт программаһы буйынса үткәрелә. Уның төп маҡсаты – кешеләрҙе физкультура һәм спорт менән шөғөлләнергә булышлыҡ иткән спорт проекттарын табыу, үҫешергә булышлыҡ итеү. Конкурсҡа быйыл 27 мең ғариза бирелгән.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас