Ауыл уттары
+20 °С
Облачно
Милли проект
8 Июля , 09:37

Был юл дүрт районды тоташтыра

Белорет районында Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлында асфальт һала башланылар. 

Белорет районында Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск юлында асфальт һала башланылар. Белоретты урап үткән алты километрлыҡ участкала ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә үткәрелә, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығында.

Быға тиклем подряд ойошмаһы туҙған япманы ҡырып ала һәм тигеҙләү ҡатламын һалыуҙы башҡара. Япма ҡоролмаһы буйынса эштәр тамамланғандан һуң юлсылар юл ситтәрен нығытасаҡ һәм тамғалар һыҙасаҡ.

– Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлы дүрт районды: Әбйәлил, Бөрйән, Белорет һәм Ишембайҙы тоташтыра. Уның аша ошо муниципаль берәмектәрҙә урынлашҡан популяр туристик урындарға барып етергә мөмкин. Белоретты урап үтеү Силәбе өлкәһе йүнәлешендә юл йөрөүҙе тәьмин итә. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү мөһим, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Белоретты урап үтеү юлын ремонтлауҙы 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас