Өфөләге Ҡала клиник перинаталь үҙәге терапевтик плазмофильтрациялау өсөн заманса ҡорамал алды. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был “Ғаилә” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарын тура килә.
Терапевтик плазмофильтрациялау – ҡан плазмаһын экстракорпораль таҙартыу ысулы. Ул патологик матдәләрҙе, мәҫәлән, аутоантител һәм токсиндарҙы махсус мембраль фильтрҙар аша алып ташлауҙы күҙаллай. Ғәҙәти плазмафарезға ҡарағанда, был технология, плазма аҡһымын һаҡлап, зыянлы компоненттарҙы ғына юҡ итә ала. Яңы аппарат табиптарға йөклөлөккә һәм ҡатындың сәләмәтлегенә зыян янаған хәлдәрҙе, мәҫәлән, септик ҡатмарлылыҡтарҙы дауаларға булышлыҡ итә.
“Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Тотош ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.