Вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан дәүләт медиицина университеты ғалимдәре, “Фән һәм технологиялар ун йыллыҡтары” башланғысына ярашлы, яһалма зиһен нигеҙендә медицина һәм медицина белеме өсөн программалар әҙерләй.
Яһалма зиһен табипҡа ҙур мәғлүмәттәр күләме менән тиҙерәк эшләргә, рентген һүрәттәрен теүәлерәк аңлатырға ярҙам итә, шулай уҡ онкология сирҙәрен һәм һынған ерҙәрҙе дөрөҫ билдәләргә һәләтле.
– Беҙ бөгөн университет эшенә индергән яңы мәғлүмәт технологиялары, IT-технологиялары, һанлы технологиялар модаға эйәреү түгел, ә ҙур ихтыяж, заманса медицина вузының үҫеш элементы, – тип билдәләне университет ректоры Валентин Павлов.
Проекттарҙың береһе – “табип-стоматолог ассистенты”. Уны кампус майҙанында университеттың математика моделләштереүе лабораторияһы белгестәре барлыҡҡа килтерә. Программа тештәрҙең һәм яңаҡтарҙың өс үлсәмдәге һүрәттәрен анализларға ярҙам итә, дауалау өсөн мөһим зоналарҙы билдәләй, тамырҙарҙағы, һөйәк туҡымаһындағы һәм тештәр рәтендәге үҙгәрештәрҙе күрһәтә. Уны клиникала, студенттарҙы, ординаторҙарҙы, табиптарҙы уҡытҡанда файҙаланырға мөмкин.
Тағы бер йүнәлеш – робот хирургияһы. Хәҙер ғалимдәр ИИ ”OpeLab” яһалма зиһенен ҡулланып, яңы программа әҙерләй. Ул операцияның этаптарын, файҙаланылған инструменттарҙы , хәрәкәт траекторияһын, тиҙлекте, әмәлиәттең күпме ваҡыт барыуын анализлай. Алынған белем биологик процестарҙың барышын күҙалларға, , сирҙәр динамикаһын һәм дауалауҙың һөҙөмтәлелеген аңларға ярҙам итәсәк. Был диагностика һәм терапияның яңы ысулдарын уйлап табырға һәм дауалау барышын оптималләштерергә мөмкинлек бирәсәк.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.