Иглин үҙәк район дауаханаһының өлкәндәр поликлиникаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ремонт эшләнде.
Медицина учреждениеһында профилактика бүлексәһе үҙгәртеп ҡоролдо, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн махсус кабинеттар асылды. Бынан тыш, поликлиникала “Сәләмәтлек мәктәбе” дәрестәрен үткәреү өсөн бүлмә барлыҡҡа килде. Шулай уҡ кисектергеһеҙ ярҙам кабинеты асылды.
Пациенттарҙың уңайлылығына ҙур иғтибар бирелә. Көтөү залына телевизор, уңайлы ултырғыстар ҡуйылған.
Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.