Башҡортостанда 7,6 километр оҙонлоғонда янғынға ҡаршы һыҙаттарҙы булдырҙылар һәм яңырттылар. Был эштәр “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы атҡарылды. Ошо хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Айырым иғтибар урман сигендә ятҡан биләмәләрҙең хәүефһеҙлегенә бүленгән. 214 тораҡ эргәһендә һаҡ сиктәре ҡуйылған. Әле ошо йүнәлештә эш дауам итә.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.