Ағиҙелдә Үҙәк китапхана бинаһы “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ярҙамында яңыртыла, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән.
Эш 2025 йылда башлана, шул саҡта белгестәр ҡыйыҡты тәртипкә килтерә. Быйыл эске эштәрҙе тамамлау һәм фасадтың бер өлөшөн ремонтлау, ә 2027 йылда китапхананың тышҡы ҡиәфәтен тулыһынса яңыртыу планлаштырыла. Һөҙөмтәлә учреждениела төрлө йәштәге, шул иҫәптән аҙ хәрәкәтсән халыҡ төркөмдәре өсөн заманса зоналар барлыҡҡа киләсәк.
“Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.