Рәсәй экспорт үҙәге Башҡортостан предприятиеларын 2026 йылдың 15-19 авгусында Тяньцзинь ҡалаһында (ҠХР) үтәсәк «Рәсәйҙә эшләнгән» Рәсәй тауарҙары фестиваль-йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡыра. Сара «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») сиктәрендә ойошторола һәм Рәсәй продукцияһын сит ил баҙарҙарына сығарыуға йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.
– Ҡытай – Башҡортостандың иң мөһим сауҙа партнерҙарының береһе: уның өлөшөнә республиканың бөтә тышҡы сауҙа әйләнешенең 16 проценттан ашыуы тура килә. Был илгә төрлө тауарҙар ебәрәбеҙ: хуш еҫле башҡорт балынан алып ит һәм һөт ризыҡтарына тиклем, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Фестиваль Ҡытай баҙарында Рәсәй брендтарының позицияларын нығытыу өсөн мөһим ваҡиға буласаҡ һәм ике яҡлы бизнес-диалогты үҫтереү өсөн ышаныслы платформа булып хеҙмәт итәсәк.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.