Әлшәй районының мәҙәниәт һарайы “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ярҙамында яңыртыласаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәктең Мәҙәниәт министрлығынан.
Белгестәр бейеү залын ремонтлаясаҡ һәм унда яңы яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдары, көҙгөләр һәм хореография станоктары урынлаштырасаҡ. Шулай уҡ учреждениела инклюзив программаларҙы үҫтереүгә айырым иғтибар биреләсәк.
"– Беҙ “Ғаилә” милли проектына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, уның ярҙамында федераль бюджеттан ярҙам алдыҡ, был беҙгә заманса ҡорамалдар һатып алырға һәм залды үҙгәртеп ҡорорға мөмкинлек бирҙе. Ошо проект ярҙамында беҙҙең бейеү залы яңы тормош аласаҡ, – тине Мәҙәниәт һарайы директоры Рәфис Шәрәфетдинов.
“Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.