Ауыл уттары
+20 °С
Ясно
Милли проект
10 Июля , 16:59

Магнитогорск - Ира юлы участкаһын төҙөкләндереү башланды

Ул республиканың Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарын тоташтыра.

Баймаҡ районында Сибай ҡалаһы ситенән үткән Магнитогорск - Ира юлы участкаһын төҙөкләндереү “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни” ) милли проекты ярҙамында башланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

3,7 саҡрым оҙонлоҡтағы киҫелештә белгестәр яңы асфальттың ике ҡатламын түшәй һәм билдәләр төшөрә. Шулай уҡ юл ситтәре нығытыласаҡ. Сибайҙы урап үткән юлдағы бөтә эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

“Магнитогорск - Ира юлы Рәсәйҙең терәк селтәренә инә. Ул республиканың Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарын тоташтыра. Юлдың ошо участкаһын ремонтлау Баймаҡ менән Сибай араһындағы иң ҡыҫҡа юлдан хәүефһеҙ һәм уңайлы үтеүҙе тәьмин итергә тейеш”, - ти  Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни” ) милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Улар - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм уны яңыртыу, күсмә составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас