Ауыл уттары
+19 °С
Облачно
Милли проект
10 Июля , 16:54

Урман файҙаланыуҙы күҙәтеү һанлы форматҡа күсә

Урман участкаларын тикшергәндә дәүләт урман инспекторҙары «Инспектор» мобиль ҡушымтаһын ҡулланған.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы тармаҡта тәртип боҙоуҙы киҫәтеү эшенә заманса алымдар индереүен дауам итә. Урман тотонған ҙур ойошмаларға быйыл июнь айында тикшереү сәфәрҙәре лә ойошторолған. Бындай эш “Экология именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы бара, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Урман участкаларын тикшергәндә дәүләт урман инспекторҙары «Инспектор» мобиль ҡушымтаһын ҡулланған. Унда тикшереү һөҙөмтәләрен теркәү автоматлаштырылған, электрон акттар төҙөлә, был контролдең бөтә этаптарының да асыҡ һәм объектив булыуын гарантиялай. Бынан тыш, биләмәләрҙең торошон баһалау, барып етеүе ауыр булған участкаларҙы тикшереү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары әүҙем ҡулланылған. Дрондар файҙаланыу белгестәргә анығыраҡ мәғлүмәт алырға һәм иҫкәртеү саралары үткәреү ваҡытын һиҙелерлек ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән.

– Бизнес менән дәүләттең хеҙмәттәшлеге аңлайышлы, асыҡ һәм һөҙөмтәле булһын өсөн тырышабыҙ. Беҙҙең бурыс – урман ҡулланыусыларға закон талаптарын үҙ ирке менән, боҙоуҙарһыҙ үтәргә ярҙам итеү, – тип аныҡлай Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт: БР Урман хужалығы министрлығы.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас