Мәскәүҙә хакатондар һәм “Рәсәй хакатондары” ИТ ярыштарын ойоштороу һәм үткәреү өлкәһендә Милли премия еңеүселәрен иғлан иттеләр. ИТ-компетенцияларын үҫтереү – “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект "Экономика данных и цифровая трансформация государства") төп бурыстарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министрлығынан.
Бүләкләү тантанаһында Башҡортостандан “Кибер 102” хакатоны “Иң яҡшы продукт хакатоны” номинацияһында еңеүсе булды.
–Республика хакатоны – беҙҙең төбәктә мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә алдынғы проекттарҙың береһе. Беҙ “Кибер-102” егеттәрен лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ. Был еңеү – бөтә проект командаһының эҙмә-эҙлекле һәм емешле эш һөҙөмтәһе. Төбәктә һанлы технологияларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән бындай башланғыстарға артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостандың дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.
Премияның эксперт советы проекттың унынсы миҙгелен юғары баһаланы, уның реаль бизнес мәнфәғәтендә һанлы продукттар булдырыу өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булыуын билдәләне. Был категорияла беренсе урын өсөн көрәштә “Кибер-102” эре федераль проекттарҙы ла артта ҡалдырҙы.
Хакатон “Кибер-102” бизнес өсөн һанлы продукттар булдырыу буйынса белгестәр ярышы булараҡ 2021 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында барлыҡҡа килде. Төп маҡсаты – бизнес, белгестәр һәм студенттарҙың ИТ- берлеге араһында һәр кем өсөн файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыу. Шулай уҡ уҡыусыларҙы эш биреүселәрҙең мәсьәләләрен хәл итеүгә йәлеп итеү.
Өс көн һәм ике төн эсендә командалар ИИ, VR/AR, һанлы медицина, мобиль ҡушымталар, әйберҙәр интернеты, сәнәғәт робот техникаһы өлкәһендә мәсьәләләрҙе сисә.
Эш осоронда “Кибер-102” хакатоны факультет сараһынан Бөтә Рәсәй күләмендәге ваҡиғаға әүерелде. 2021 йылдан алып белгестәрҙең ун ярышы үткәрелде, унда Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән 62 компания һәм эшҡыуар ҡатнашты.