Ауыл уттары
+16 °С
Облачно
Милли проект
16 Июля , 06:26

100 тонна бал экспортҡа оҙатылды

Башҡортостан балын сит илдә лә яраталар.

2026 йыл башынан Башҡортостандан сит илгә 100 тоннанан ашыу тәбиғи бал оҙатылды. Был татлы ризыҡтың 20 тонна күләмендәге сираттағы партияһы ошо көндәрҙә Сербияға ебәрелде.

Экспортҡа йүнәлтелгән агросәнәғәт комплексы продукцияһы күләмен арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаты булып тора (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”).

Умартасылыҡ продукцияһын Өфө предприятиеларының береһе әҙерләй. Росельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре өс партия сәскә балын әҙерләне, улар 200 литрлы һауыттарға тултырылды. Сәскә балы өлгөләре лаборатория тикшеренеүҙәре үтте һәм ҡабул итеүсе илдең талаптарына яуап бирә.

Башҡорт балы уникаль тәм үҙенсәлектәре, юғары сифаты арҡаһында сит илдәрҙә тотороҡло рәүештә һорау менән ҡулланыла. 2025 йылдың һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандан 103,7  тонна бал экспортланған. Был 2024 йыл күләменән дүрт тапҡырға күберәк.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас