Башҡортостанда 200-ҙән ашыу агротехкласс уҡыусылары һәм колледж студенттары “Баҫыу көнө” семинары майҙансығында булды. Был “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) милли проекты бурыстарына яуап бирә. Сара 9-11 июлдә үтте, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
“Баҫыу көнө” Өфө районының Еләкле аҡлан ауылы эргәһендәге Башҡорт дәүләт аграр университетының Уҡыу-ғилми үҙәгенең тәжрибә баҫыуҙарында уҙҙы.
Форум сиктәрендә йәштәр үҫемлекселек һәм агротехнологиялар өлкәһендәге алдынғы ҡаҙаныштар менән танышты. Бынан тыш, ҡатнашыусылар алдынғы етештереүселәрҙең 140-тан ашыу яңы ауыл хужалығы техникаһы берәмегенән торған күргәҙмәһен ҡараны.
“Баҫыу көнө”ндә ҡатнашыу буласаҡ аграрийҙарҙы ғәмәли әҙерләүҙең мөһим өлөшөнә әйләнде. Студенттар һәм уҡыусылар үҙ компетенцияларын киңәйтеүҙән тыш, инновациялы һәм һанлы технологияларҙың иҡтисадтың реаль секторында нисек ҡулланылыуын да күрҙе. Ғәҙәттәгесә, республикала урып-йыйыу эштәренә старт биргән сараға “Трактор-шоу” һәм дрон-рейсинг кеүек тамаша ярыштары ла инде.
“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының төп маҡсаты - Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Шуға күрә ил кәрәкле продукттар менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.