“Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) сиктәрендә Өфөнөң ҡала клиник перинаталь үҙәгенә аутотрансфузия өсөн ҡан әҙерләү системаһы — пациентҡа операция ваҡытында юғалған үҙ ҡанын ҡайтарыу өсөн тәғәйенләнгән юғары технологиялы ҡорамал килтерелде. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Автотрансфузия ысулы донор ҡанын һалыу менән бәйле хәүефте кәметергә, операциянан һуң организмдың тергеҙелеүен тиҙләтергә, иммун системаһына йөкләмәне аҙайтырға һәм ҙур акушерлыҡ ҡан китеүҙәре ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Айырыуса ҡан юғалтыу хәүефе ҙур булған кесарев киҫеше һәм башҡа операциялар ваҡытында системаны ҡулланыу мөһим. Пациенттың үҙ ҡанын ҡулланыу инфекцион өҙлөгөүҙәр һәм аллергик реакциялар хәүефен тыуҙырмай.
– Автотрансфузия системаһы – хәүефһеҙ ярҙам күрһәтеүҙең заманса стандарты. Ҡан юғалтыу ғүмергә төп хәүеф булғанда ул айырыуса акушерлыҡ өсөн әһәмиәтле. “Ғаилә” милли проекты ярҙамында алдынғы технологияларҙы индерергә һәм һәр ҡатын-ҡыҙға бала табыуҙы мөмкин тиклем хәүефһеҙ итергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Өфө ҡалаһының клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы Зөһрә Гурова.
Автотрансфузия өсөн ҡан әҙерләү системаһының килеүе Өфөнөң клиник перинаталь үҙәгендә хирургик ярҙамды камиллаштырыуҙа һәм әсәлек хәүефһеҙлеген нығытыуҙа мөһим аҙым булды.