Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында (УТЭК) “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) «Профессионалитет» федераль проектына ярашлы, лаборатория корпусын капиталь ремонтлау эше бара. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығы хәбәр итә.
Эш менән тәьмин итеүсе-партнерҙар һәм федераль бюджет иҫәбенә матди-техник базаны тулыһынса яңыртыу, шул иҫәптән белем алыусыларға эш күнекмәләренә өйрәнергә мөмкинлек биргән заманса тренажерҙар һәм ҡорамалдар һатып алыу ҡаралған.
Оҫтаханаларҙа, холда, ингән ерҙә ремонт, шулай уҡ фасадты яңыртыу эштәре республика бюджеты һәм колледждың индустриаль партнерҙарының берлектәге финанслауы иҫәбенә башҡарыла.
Иҫкергән аудиториялар урынына эш биреүселәрҙең ихтыяждарына ярашлы йыһазландырылған заманса лабораториялар булдырыла. Хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бүленә: янғынды иҫкәртеү сигнализацияһы, видеокүҙәтеү һәм инеү контроле системалары ҡуйыла, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикле студенттар өсөн ҡаршылыҡһыҙ зона булдырыла.
– Ремонт эшләү студенттар һәм уҡытыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә, был уҡыуға дәртте һәм ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға булышлыҡ итә. Башҡа яҡтарҙан күберәк абитуриенттар йәлеп итергә лә ярҙам итер, – ти Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры Роза Аслаева.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.