Нефтекамала «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йөмғиәтендә (“КамАЗ” төркөмөнә инә) һаҡсыл етештереү ҡоралдарын өйрәнеү буйынса старт кәңәшмәһе үтте. Сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат - етештереү циклын ҡулайлаштырыу, ҡорамалдарҙың эшлектән сығыуын кәметеү һәм предприятиеның дөйөм етештереүсәнлеген арттырыу, тип хәбәр иттеләр Төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәгенән.
Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары заводта хеҙмәткәрҙәр өсөн старт кәңәшмәһе һәм база тренингтары үткәрәсәк. Улар бергәләп эш төркөмөн һәм пилот проекты тормошҡа ашырыласаҡ участканы билдәләй.
- Эксперттар йыл аҙағына тиклем предприятиеға адреслы ярҙам күрһәтәсәк. Улар диагностикалау һәм маҡсаттар ҡуйыу эштәрен башлаған да инде. Процесстарҙы ҡулайлаштырыу юғары технологиялы ҡорамалдарҙы һәм хеҙмәт ресурстарын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Төбәк компетенциялар үҙәге проектының етәксеһе Александр Кириллов һүҙҙәренсә, эксперттар алдында пилот участкаһының етештереүсәнлеген арттырыу бурысы тора, был бөтә предприятиела продукция сығарыуҙы арттырыуға йоғонто яһаясаҡ.
“НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Борис Хәзиев эштең цехтарҙы һәм логистик ағымдарҙы мотлаҡ синхронлаштырып, комплекслы алып барыласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, эксперттарға системалы ярҙам яңы һөҙөмтәлелек кимәленә сығырға ярҙам итәсәк.
Һөҙөмтәлелекте арттырыу буйынса эш моделдәр рәтен әүҙем яңыртыу фонында бара: мәҫәлән, 2025 йылда уҡ завод ҡала яны автобустарының һәм электробустарының яңы моделдәрен сериялы етештереүгә индерә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.