Бөтә Рәсәй “Росмолодежь. Гранттар: Микрогранттар” конкурсында 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге Рәсәй һәм Абхазия Республикаһы граждандары ҡатнаша ала. Был хаҡта “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан хәбәр иттеләр.
Еңеүселәр үҙҙәренең социаль әһәмиәтле башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн 300 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ. Конкурс “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Конкурс йәштәрҙең мәшғүллеген ойоштороуҙан һәм бәләкәй биләмәләрҙе үҫтереүҙән алып экологик мәғрифәткә, спортты популярлаштырыуға, тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға тиклем 18 йүнәлеш буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуға финанс ярҙамы алыуға уникаль мөмкинлек бирә. Гранттың минималь күләме – биш мең һум, максималь күләме — 300 мең һум. Ҡатнашыусылар өсөн отчет документацияһының ябайлаштырылған системаһы ҡаралған.
Ғаризаны 2026 йылдың 16 июлендә 12:00 сәғәткә тиклем “Рәсәй йәштәре” платформаһында бирергә мөмкин.
Башҡортостан Республикаһында конкурста уңышлы ҡатнашыу тәжрибәһе тупланған да инде. Тормошҡа ашырылған проекттар иҫәбендә - һаңғырауҙар өсөн инклюзив театр лабораторияһы, Бөрөлә “Тәбиғи!” заманса тәбиғәт фәндәре музейы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына психологик ярҙам программаһы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ижади оҫтаханалар, “Сәләмәт киләсәк” иҫкәртеү акцияһы, “ШьюСВОим” тегеү коворкингы һәм башҡа башланғыстар.