Өфөлә “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы Башҡортостандың архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжын яңыртыуҙың сираттағы этабы башланды. Был турала республиканың Мәғариф министрлығы хәбәр итә.
Төҙөлөш бригадалары корпустың тышҡы майҙансыҡтарына сыҡты, бинаның фасадын комплекслы яңыртыуға тотондо.
Ағымдағы этапта белгестәр тышҡы стеналарҙы изоляциялау эштәрен алып бара. Төҙөүселәр заманса йылытҡыстарҙы монтажлай, ул бинала йылылыҡты һаҡлауға булышлыҡ итә, йыл әйләнәһендә эстә уңайлы микроклимат буласаҡ.
Фасад эштәре менән берлектә лаборатория корпусын эске яҡтан реконструкциялау дауам итә. Тәүге ҡатта фойела һәм коримдарҙа һүтеү эштәре алып барыла. Икенсе ҡатта туҙыуға бирешмәй торған керамогранит һалына. Быға тиклем бында стеналар яңыртылғайны.
Фасадты һәм эске аудиторияларҙы тулыһынса яңыртыу колледжға яңы уҡыу йылын заманса төҫ менән ҡаршы алырға булышлыҡ итәсәк.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.