Ауыл уттары
+26 °С
Ясна
Милли проект
17 Июль , 16:40

Урмандарҙы һауанан күҙәтәләр

Башҡортостан урмандарында миҙгел башынан алып 350 сәғәт авиапатруль күҙәтеүе үткәрелде.

Башҡортостандың урман янғын һүндереү хеҙмәте урмандарҙағы хәлде һауанан күҙәтеүен дауам итә. Авиапатруллек итеү “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярҙам итеү йәһәтенән үткәрелә һәм раҫланған дүрт маршрут буйынса 4,1 миллион гектар урман фондын үҙ эсенә ала. Һауа суднолары өс төп базала – Өфөлә, Белоретта һәм Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында урынлаша.

Миҙгел башынан алып күҙәтеүсе-осоусылар 111 осош яһай, күктә 349 сәғәт 40 минут үткәрә. Авиация ярҙамында Бөрйән һәм Учалы райондарында ике урман янғыны тиҙ арала асыҡланды. Йыл башынан республиканың дәүләт урман фондында дөйөм 87 гектар майҙанда 15 янғын сығанағы теркәлгән.

– Башҡортостандың ауыр юл менән барып етеүсе тау-урман райондары өсөн авиапатруллек итеү күҙәтеүҙең иң һөҙөмтәле ҡоралы булып ҡала. Һауанан янғын сығанаҡтарын табыу беҙгә төп өҫтөнлөктө – ваҡытты бирәОшоноң арҡаһында быйыл ике урман янғынын тиҙ арала һүндереү мөмкин булды. Беҙҙең бөтә күп кимәлле контроль системаһы урман фондын уттан һаҡлау өсөн алдынғылыҡҡа һәм бик тиҙ яуап биреүгә йүнәлтелгән, – тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдың 1 ғинуарынан алып тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас