Ауыл уттары
+26 °С
Ясно
Милли проект
18 Июля , 05:45

650 кеше ыҙа күрмәйәсәк

Үрге Йәркәйҙә һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре яңырҙы.

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында Йәримов һәм Пушкин урамдарында һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен, һыу бүлеү селтәрҙәре элементтарын капиталь ремонтлау буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланды. Улар “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль программаһы буйынса тормошҡа ашырылды.

Ауылда яңыртылған һыу үткәргесенең дөйөм  оҙонлоғо 670 метр тәшкил итте. Капиталь ремонтҡа ярашлы, коррозияға, температура үҙгәрештәренә тотороҡло полиэтилен торбаларҙан заманса һыу үткәргесе һалынды.

Шулай уҡ канализация ҡоҙоҡтарының ауыҙын ремонтлау буйынса эш башҡарылды: дүрт канализация ҡоҙоғо тергеҙелде, был һыу бүлеү системаһының ныҡлығын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.

Хәҙер ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ һыу менән Үрге Йәркәйҙең 650 кешеһе тәьмин ителде. Яңыртылған селтәрҙәр аварияларҙы кәметәсәк, һыу юғалтылмаясаҡ, халыҡҡа күрһәтелеүсе коммуналь хеҙмәттәр сифаты яҡшырасаҡ.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) торлаҡ фондының кәм тигәндә 20 процентын яңыртыуҙы, тәүге баҙарҙа унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүҙе һәм коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртыуҙы бурыс итеп ҡуя. Ошо милли проектҡа ярашлы булдырылған “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты 20 миллиондан ашыу кеше өсөн 2030 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ яңы проект элекке “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” һәм “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекттарын дауам итеп, федераль һәм төбәк селтәрҙәренең юл төҙөлөшөндә һәм ремонтлауҙа, йәмәғәт транспортын яңыртыуҙа һынылыш яһарға тейеш. Айырыуса дәүләт федераль трассаларын үҫтереүгә иғтибар арттырыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас