Ауыл уттары
+26 °С
Ясно
Милли проект
20 Июля , 04:50

Нефтекама филармонияһында ремонт дауам итә

Ремонт ҡына түгел, ә Нефтекаманың мәҙәни киләсәгенә инвестиция ул.

Нефтекама дәүләт филармонияһында “Ғаилә" милли проекты (национальный проект "Семья") буйынса атҡарылған ремонт дауам итә. Бинаның ҡыйығы йүнәтелгән, тышҡы яғы яңыртылған, витраждар алмаштырылған, инеү урыны, фойе һәм гардероб уңайлаштырылған. Тышҡа яҡтыртҡыстар ҡуйылып, күтәрмә гранит менән көпләнгән, филармонияның тирә-яғы күркәмләндерелгән.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле тамашасылар залына капитал ремонт яһала. Уны һәм башҡа бүлмәләрҙе, елләтеү системаһын яңыртыу, электр монтажлау эштәрен атҡарыу яҡын араға планлаштырылған.

– Был - ремонт ҡына түгел, ә Нефтекаманың мәҙәни киләсәгенә инвестиция. “Ғаилә” милли проекты мәҙәни учреждениеларға бар халыҡ, бигерәк тә ғаиләләр йөрөй алыуына йүнәлтелә. Эш тамамланғандан һуң филармония ысын сәнғәт һөйөүселәр йортона, йолалар тергеҙелгән һәм яңы таланттар барлыҡҡа килгән урынға әйләнер, – ти филармония директоры Илгиз Миңлеәхмәтов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас