Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 2-се балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары килтерелгән. Быға “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ғәмәлдәрен тормошҡа ашырыу булышлыҡ иткән. Яңылыҡты район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хәҙер балалар музыкаға һәләттәрен яңы пианино, скрипка, баян һәм думбыраларҙа уйнап үҫтерә ала. Бынан тыш, художество бүлегенә яңы йыһаз һәм эштәрҙе һаҡлау өсөн стеллаждар ҡуйылған. Концерт залы заманса тауыш аппаратураһы һәм интерактив таҡталар менән йыһазландырылған.
– Мәктәпте яңыртыу – ҡасабаның мәҙәни мөхите өсөн мөһим аҙым. Һәр баланың таланты хәҙер тулыһынса асылыр, ә беҙҙең мәктәп матурлыҡты яратыусылар өсөн йәлеп итеү үҙәгенә әйләнер тип ышанабыҙ, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Светлана Никифорова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: дши2приютово.рф/news/2026/07/9684/