“Ғаилә” милли проектына ярашлы, Өфөнөң ҡала клиник перинаталь үҙәге заманса инфузоматтар – дарыу препараттарын һәм инфузион иретмәләрен доза менән индереү өсөн юғары теүәллектәге ҡорамалдар алды.
Яңы ҡорамал үҙәктең төп подразделениеларына йүнәлтелде: бала табыу блогына, яңы тыуған сабыйҙарҙың реанимация һәм интенсив терапияһы һәм йөклөлөк патологияһы бүлексәләренә.
Инфузоматтар препараттарҙың тиҙлеген һәм индереү күләмен юғары теүәллек менән контролләргә мөмкинлек бирә. Был айырыуса интенсия терапия, реанимация саралары үткәргәндә, йөклөлөк осоро ауыр үткән ҡатындарҙы ҡабул иткәндә мөһим. Ҡорамал дозаны арттырыуға юл ҡуймай һәм пациент хәлен тотороҡло тәьмин итә.
– Инфузоматтар – медицина ярҙамы хәүефһеҙлеген арттырыуҙа мөһим аҙым. Дарыуҙарҙы теүәл дозалау – һөҙөмтәле дауаның һәм ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыуҙың нигеҙе. Беҙ һәр пациенттың яҡланған булыуына һәм сабыйҙарҙың иң юғары кимәлдә ярҙам алыуына ынтылабыҙ, – тип билдәләне үҙәктең баш табибы Зөһрә Гурова.
Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.