Ауыл уттары
+26 °С
Ясно
Милли проект
21 Июля , 06:55

Һәр кем өсөн был уңайлы

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Салауат районындағы Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим юл участкаһын “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы ипкә килтерҙеләр. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Йыланыш ауылындағы мәктәп эргәһендәге өс километр оҙонлоғондағы юл яңыртылды. Белгестәр яңы асфальт түшәне, яҡтыртҡыстар һәм юл билдәләрен ҡуйҙы, туҡталҡа майҙандарын ипкә килтерҙеләр һәм юл һыҙыҡтарын һыҙҙылар.

 – Был юл Йыланыш ауылы халҡы өсөн бик мөһим. Капиталь ремонт барышында бында йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы һәм ҡоймаларҙы төҙөкләндерҙеләр. Был уҡыусылар, йәйәүлеләр һәм водителдәр өсөн хәрәкәтте хәүефһеҙ итәсәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) торлаҡ фондының кәм тигәндә 20 процентын яңыртыуҙы, тәүге баҙарҙа унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүҙе һәм коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртыуҙы бурыс итеп ҡуя. Ошо милли проектҡа ярашлы булдырылған “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты 20 миллиондан ашыу кеше өсөн 2030 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ яңы проект элекке “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” һәм “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекттарын дауам итеп, федераль һәм төбәк селтәрҙәренең юл төҙөлөшөндә һәм ремонтлауҙа, йәмәғәт транспортын яңыртыуҙа һынылыш яһарға тейеш. Айырыуса дәүләт федераль трассаларын үҫтереүгә иғтибар арттырыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас