Ауыл уттары
+20 °С
Ясно
Милли проект
22 Июля , 16:59

Бәләбәй - Приют юлы ремонтлана

Уның аша район үҙәктәренә, Приют ҡасабаһына һәм башҡа ауылдарға барып етергә мөмкин

Бәләбәй – Приют автомобиль юлының 6,5 километр оҙонлоғондағы участкаһы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында норматив хәлгә килтереләсәк. Был хаҡта төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Объект Екатериновка ауылы эргәһендә урынлашҡан. Белгестәр унда иҫке асфальтты алмаштырған да инде. Хәҙер улар юл ситтәрен нығытыуҙы тамамлай, шунан һуң билдә һала башлай. Бөтә эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

– Бәләбәй – Приют юлы Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары халҡы өсөн транспортта йөрөүҙе тәьмин итә. Уның аша район үҙәктәренә, Приют ҡасабаһына һәм башҡа ауылдарға барып етергә мөмкин. Шуға күрә был юлды норматив торошта тотоу мөһим. Ремонт тамамланғандан һуң уның аша йөрөү хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ буласаҡ, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаты — ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас