Ауыл уттары
+20 °С
Ясно
Милли проект
22 Июля , 16:44

Капиталь ремонт дауам итә

Заманса һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу өсөн. 

Өфөләге 218-се балалар баҡсаһында капиталь ремонт эштәре бара. Яңыртыу "Ғаилә" милли проектының (национальный проект "Семья") "Ғаиләгә ярҙам" төбәк проекты сиктәрендә уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.

Балалар баҡсаһы бинаһы тәрбиәләнеүселәр өсөн заманса һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу өсөн яңыртыла. Башҡараһы бурыстар иҫәбенә фасадты ремонтлау, тәҙрәләрҙе алмаштырыу, эске инженер һәм электр селтәрҙәрен, янғын хәбәр итеү системаларын яңыртыу һәм эске биҙәкләү эштәре инә.

Әлеге мәлдә бинаның алғы яғын биҙәү эштәре бара, бина эсендә стена һәм иҙән плиткалары түшәлә, иҙәндәр алмаштырыла, коридорҙар һәм баҫҡыстар ремонтлана.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдың 1 ғинуарынан алып тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас