"Ғаилә" милли проектының (национальный проект «Семья») «Өлкән быуын» федераль проектына ярашлы, быйыл сентябрҙә Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн 70 урынлыҡ шәхси пансионат үҙ ишектәрен аса. Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Был – республикала концессия килешеүе нигеҙендә дәүләт ҡатнашлығында төҙөлгән алтынсы социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы. Объектты реконструкциялауға һәм уны кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыуға концессионер 37,5 миллион һум йүнәлтә.
– Әлеге ваҡытта республикала концессия килешеүенә ярашлы асылған биш шәхси пансионат эшләй. Республика бюджеты ағымдағы хаҡтарҙа яҡынса 1 миллиард һум экономиялаған. 60-тан ашыу кеше эшле булды. Иҫке Ғүмәрҙә 28 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Был Дәүләт-шәхси партнерлыҡ-проекттарының бер үк ваҡытта социаль әһәмиәтле һәм иҡтисади яҡтан һөҙөмтәле булыуын күрһәтә, – тип хәбәр итте Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.
Яңы пансионатта шулай уҡ функциональ диагностика һәм процедура кабинеттарын үҙ эсенә алған медицина блогы буласаҡ. Ҡағиҙә булараҡ, улар учреждениела тәрбиәләнеүселәр генә түгел, эргә-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн дә һәр ваҡыт ихтыяжлы.
70 урындың 42-һе бюджеттан буласаҡ. Сығымдарҙы дәүләт субсидиялауы иҫәбенә пансионат элек дәүләт учреждениеһындағы урынға ғына иҫәп тота алғандарҙы ла ҡабул итәсәк.
Проект 45 йылға концессия килешеүе төҙөү юлы менән тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә республика концессионерға дәүләт милкендәге күсемһеҙ милек объектына һәм уның аҫтындағы ер участкаһына эйә булыу һәм файҙаланыу хоҡуғын бирә.