Ауыл уттары
+20 °С
Ясно
Милли проект
22 Июля , 17:00

Урман янғындарын иҫкәртеү эше дауам итә

Был айырым әһәмиәткә эйә икәне аңлашыла: республикала әлеге миҙгелдә инде 15 урман янғыны теркәлгән, улар йәмғеһе 87 гектар майҙанды биләгән.

“Экология хәүефһеҙлеге” милли проектының (национальный проект «Экологическое благополучие») төп йүнәлештәренең береһе – урман янғындарын иҫкәртеү. Башҡортостан урмансылары уның буйынса эште дауам итә, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Йыл башынан алып урмандар биләмәһендә белгестәр янғынға ҡаршы аншлаг 236 аншлаг ҡуйған. Был – янғын хәүефһеҙлеге буйынса ҡағиҙәләр һәм урман һағы ашығыс хеҙмәтенең телефон һандары яҙылған мәғлүмәт стендтары.

Әлеге миҙгел статистикаһын иҫәпкә алғанда, янғындарҙы иҫкәртеү эше айырым әһәмиәткә эйә икәне аңлашыла: республикала 15 урман янғыны теркәлгән, улар йәмғеһе 87 гектар майҙанды биләгән. Тағы ла шуныһы: туғыҙ янғын кешенең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан.

– Янғындарҙың күбеһе – вайымһыҙлыҡ һөҙөмтәһе: ут менән һаҡ эш итмәү, усаҡ яғыу йәки ҡоро үлән яндырыу. Янғынға ҡаршы аншлагтар хәүефһеҙлектең ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрен урманға ингән һәр кемдең иҫенә төшөрә. Урман фондын уртаҡ тырышлыҡ һәм ҙур шәхсән тәртип аша ғына һаҡлап ҡала алабыҙ, – тип билдәләй Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

БР Урман хужалығы министрлығы республикала янғынға ҡаршы айырым режим күҙәтелеүе урманда янғын хәүефһеҙлегенә ҡарата талаптарҙы көсәйтеүе тураһында тағы бер иҫкә төшөрә. Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн административ яуаплылыҡ – ике миллион һумға тиклем штраф, шулай уҡ РФ УК-һының 261-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Бынан тыш, ҡануниәткә ярашлы, ғәйеплеләр урман янғынын һүндереүгә киткән сығымдарҙы һәм урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас