25 июлдә Башкортостанда тағы бер “Ғаилә ялы” ойошторола. Был юлы “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) буйынса үткәрелгән сара театрға бағышлана һәм республиканың ҡала-райондарында үтә. Был хаҡта БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.
Театр ҡурсаҡтары эшләүгә өйрәткән оҫталыҡ һабаҡтары, ғаилә уйындары, ижади экспромт балаларға ла, ата-әсәләргә лә ҡыҙыҡлы булыр, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Клиник психолог менән осрашып, ғаиләләге мөнәсәбәттәр тураһында кәңәшләшеү ҙә зыян итмәҫ.
– Ғаилә ялдарын бергәләп үткәреү республикала күптәр өсөн матур йолаға әйләнде. Һәр осрашыуҙы яңы темаға арнарға, уның төрлө йәштәге ҡатнашыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыуына өлгәшергә тырышабыҙ. Был юлы театрҙа туҡталдыҡ. Ата-әсәләр менән балалар бергәләп уйнай, импровизация яһай, үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләй ала, – ти “Ғаилә” респубика ресурс үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Ангелина Девятерикова.
Һәр ҡала, райондағы “Ғаилә ялы” программаһын БР Ғаилә порталында ҡарарға була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.