2026 йылда эшҡыуар Галина Садиҡова Башҡортостан микрокредит компанияһында һигеҙ процент ставкаһы менән дүрт миллион һум күләмендә займ рәсмиләштереп, үҙенең бизнесын яңы кимәлгә сығарҙы. Уның предприятиеһы Өфө районында дүрт йыл эшләй, балалар туҡланыуы һәм корпоратив туҡланыу менән шөғөлләнә.
“Ҡунаҡханалар һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары эшмәкәрлеге” категорияһында “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә ярҙам күрһәтелде, тип хәбәр иттеләр республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
– Бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, дәүләт сегментты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү өсөн уңайлы платформа булдырыуға булышлыҡ итә. Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙең институциональ структураһын комплекслы үҫтереү бөтә институттарҙың әүҙем эше менән берлектә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың үҫеше һәм тотороҡлолоғо өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра, был, һис шикһеҙ, төбәктең иҡтисади сәскә атыуына булышлыҡ итә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Алынған аҡса компанияның киләсәге өсөн эшләй: уларҙа тәьмин итеүселәр менән килешеүҙәр төҙөлгән һәм иҫәп-хисаптар бирелгән, был предприятиеның тотороҡло эшләүен тәьмин итә һәм үҙ клиенттары өсөн юғары сифатлы аҙыҡ-түлек гарантиялай. Компанияның йыллыҡ килеме арта, был заказсыларҙың юғары ышанысын күрһәтә.