Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы Нуғай ауылында 2027 йылдың аҙағында яңы балалар баҡсаһын асыу планлаштырыла. Ул “Ғаилә” милли проектына (нацпроект “Семья”) ярашлы төҙөләсәк.
Балалар баҡсаһы 260 урынға иҫәпләнгән, унда 11 төркөм урынлашасаҡ, һәр береһе 20-25 баланы ҡабул итәсәк. Өс ҡатлы бина 1,9 гектар тәшкил иткән майҙанда төҙөлә. Әле стена блоктары ҡуйыла, монтажлау эштәре башҡарыла, беренсе ҡаттың кирбестәре һалына. Учреждениеға илтеүсе юлға капиталь ремонт эшләнәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты, бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.