Башҡортостандың “Гриллд” заводына һаҡсыл ҡоралдар индереү мунса мейестәрен етештереүҙе ике тапҡыр арттырырға булышлыҡ иткән. Предприятиела эш процестары “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы ҡулайлаштырылды, тип хәбәр итә хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағындағы Төбәк компетенциялар үҙәге.
Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары менән берлектә һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индереү ағымға тәрән анализ эшләргә мөмкинлек бирҙе, тар урындарҙы асыҡларға ярҙам итте, системалы яҡшыртыу планын булдырҙы.
Предприятиеның төп әйберҙәренең береһе - L сериялы мейестәрҙе етештереү производствоһын ҡулайлаштырыу пилот проектына әүерелде. Һөҙөмтәлә пилот линияһында етештереү тәүлегенә 3-тән 5 берәмеккә тиклем артты.
Проект сиктәрендә “Гриллд” хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл етештереүҙең төп программалары буйынса уҡыуҙар үтте. Был иһә пилот участкаһында ғына һөҙөмтәләргә өлгәшеп ҡалмаҫҡа, ә барлыҡ предприятиела оҙайлы системалы үҙгәрештәр өсөн нигеҙ һалырға булышлыҡ итте.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаты – иҡтисадты, финанс баҙарын үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм башҡалар. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.