Ауыл уттары
+17 °С
Облачно
Милли проект
6 Августа , 06:35

Күмертауҙағы 6-сы мәктәп тулыһынса яңырҙы

1 сентябрҙән мәктәп меңгә яҡын уҡыусыны ҡабул итәсәк. Мәктәптә Эске эштәр министрлығының кадет кластары уңышлы эшләй, ә 2026 йылдан медицина йүнәлеше асыла. Яңыртылған база инновациялы программалар индерергә мөмкинлек бирәсәк. 

Күмертау ҡалаһында «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») ярҙамында 6-сы мәктәпте реконструкциялау тамамлана. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр.

Бинаны тулыһынса ремонтланылар һәм заманса хәүефһеҙлек системалары менән йыһазландырҙылар. Инженер селтәрҙәре, ҡыйыҡ, тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырылған, фасад яңыртылған. Мәктәп тирәһендәге биләмә лә тәртипкә килтерелгән, яңы спорт майҙансығы йыһазландырылған.

1 сентябрҙән мәктәп меңгә яҡын уҡыусыны ҡабул итәсәк. Мәктәптә Эске эштәр министрлығының кадет кластары уңышлы эшләй, ә 2026 йылдан медицина йүнәлеше асыла. Яңыртылған база инновациялы программалар индерергә мөмкинлек бирәсәк, шулар иҫәбендә – БПЛА-ға идара итергә өйрәтеү, яһалма зиһен нигеҙҙәре, хәрби әҙерлек һәм «тулы көн мәктәбе» форматы.

– Уҡыусыларыбыҙҙы һәм, әлбиттә, беренсе класҡа киләсәк бәләкәстәрҙе көтәбеҙ. Беҙ капиталь ремонт тамамланыуын оҙаҡ көттөк, һәм бына, ниһайәт, был көн яҡынлаша. Яңыртылған мәктәптә балаларыбыҙ ҙур дәрт һәм тырышлыҡ менән уҡыр, тип ышанам, – ти мәктәп директоры Марина Дерягина.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас